Өләсәйемдең сәстәре ап-аҡ
Ерҙәге ҡарҙай күренә ҡайсаҡ
Һүҙҙәре уның күңелгә яҡын
йөҙө мөләйем, ҡулдары алтын.

Ул эшһеҙ тормай, йә иҙән йыуа,
Йә ҡош-ҡорттарын баҡсанан ҡыуа
Йә күлдәк тегә, йә һырый юрған,
Йә ҙур тәҙрәгә әҙерләй ҡорған.

Өләсәйемдең сәстәре ап-аҡ
Ерҙәге ҡарҙай күренә ҡайсаҡ.
Ваҡытын бер-ҙә ул әрәм итмәй,
Иллә үҙенең эше һис бөтмәй.